«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Социаль селтәр үлтерҙе...



07.08.2019 Социаль селтәр үлтерҙе...

Фажиғәһеҙ көн юҡ... Юлда тағы ҡорбан. Был юлы һәләк булыусы үҙ үлемен мәңгеләштерҙе.

Аңлашылманымы? 23 йәшлек полицейский төндә машинала китеп барышлай Инстаграмда тура эфир алып бара.
Егет ҙур тиҙлектә урамда туҡтап торған йөк машинаһына барып бәрелә. Бәрелеш шундай ҡаты була, йәш кешене ҡотҡара алмайҙар.

Телефон камераһына уның ғүмеренең һуңғы минуттары яҙылыр тип кем уйлаһын!..

Участковый булып эшләгән егет шулай мәғәнәһеҙ рәүештә күҙҙәрен мәңгегә йомдо... Инстаграм ныҡ кәрәк булдымы икән ни шул ваҡытта?

Хәҙер депутаттарға, рулдә барғанда телефонды тотмаҫҡа, тигән закон сығарырға ҡалды...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға