«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йылы-ы!.. Китәһең дәме ни?



07.08.2019 Йылы-ы!.. Китәһең дәме ни?

Йылы беҙҙең яндан шым ғына үтеп китәсәк. Аңлайышлыраҡ телдә әйткәндә, көндәр әҙгә генә йылыта.

Иртәгә көндөҙ +17 +22 градус булһа, 9 августа 24 градусҡаса йылытасаҡ. 10-ында ла көн торошо шулайыраҡ.
Төнөн дә ул тиклем үк һыуыҡ булмайыраҡ тора. +11 градустан да төшмәҫ.

Үкенескә күрә, 11 августан ҡабат көҙгә тартым көндәр башлана. Ямғырҙар туҡтамай шикелле.







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға