«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путиндың хәҙер махсус кейеме лә бар



07.08.2019 Владимир Путиндың хәҙер махсус кейеме лә бар

Кисә Рәсәй Президенты "Сириус"та булды. Беләһегеҙ, был һәләтле балалар мәктәбе, дөрөҫөрәге, мәғариф үҙәге - Сочиҙа.

Президент быйыл мартта ғына төҙөлөп бөткән "Мәктәп" яңы комплексын ҡараны. Унда иң заманса технологиялар ҡуйылған. "Текә" ҡорамалдар башлыса инженер-математика һәм химия-биология кластарында.

Владимир Путин Рәсәйҙең хоккей федерацияһы ойошторған спорт мәктәптәре уҡыусылары һәм хоккей тренерҙары өсөн семинарҙа ла ҡатнашты. Ул "Ҡыҙыл машина" милли программаһына ярашлы үткәрелә. Әйткәндәй, программа буйынса илдең йыйылма командаһына йәш уйынсылар әҙерләнә.

«Сириус»та белем алыусылар Президентҡа исемле 11-се уйынсы кейеме лә бүләк итте. Хоккейсыныҡын икәнен аңлағанһығыҙҙыр. Путин Сочиҙа Төнгө хоккей лигаһының гала-матчында 11-се һан менән сығыш яһағайны.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға