«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Гран-при Әбйәлил бейеүселәрендә!



06.08.2019 Гран-при Әбйәлил бейеүселәрендә!


Беҙҙекеләрҙең хәтәр шәп икәнен беләһегеҙме? Белмәһәгеҙ - белеп ҡуйығыҙ: Әбйәлилдең талантлы хореографы Ләлә Йәнекәйеваның тәрбиәләнеүселәре Сочи ҡалаһында үткән "Тәүәккәлләгеҙ, һеҙ талантлы!" тип аталған халыҡ-ара конкурста гран-при яуланы!

Асҡар сәнғәт мәктәбенең "Йондоҙ", 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбенең "Алтынай" өлгөлө бейеү ансамблдәрендә шөғөлләнеүсе балалар йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне, шөкөр.

Был ижади бәйгелә бейеүсе балалар "Урал буйында", "Сая тамъяндар", "Ялан егете" кеүек бейеүҙәрҙе күрһәтте.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға