«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юл фажиғәләре - 5 август



06.08.2019 Юл фажиғәләре - 5 август

Кисә, 5 август көнө, республика юлдарында 12 автомобиль аварияһы теркәлеп, ике кеше һәләк булған, 10 кеше яралар алған.

Кисен Ейәнсура районында 34 йәшлек ир мотоцикл менән юлдан осоп, йәрәхәттәрҙән йән биргән.

Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылында, Карл Маркс урамында, 33 йәшлек ҡатынды машина төрттөрөп ҡасҡан. Ҡатын алған яраларҙан "Тиҙ ярҙам" килгәнгә тиклем вафат булған. Водителде эҙләп тапҡандар: 31 йәшлек ирҙең руль артына эскән килеш ултырғанлығы асыҡланған. Әле был фажиғә буйынса тикшереү эше бара.

Тәүлек эсендә Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2300-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән, эскән килеш руль артына ултырған 37 водитель тотолған, урланған машина табылған.

4 август көнө иһә ун алты авария булып, ике кешенең ғүмере өҙөлгән (шул иҫәптән төнөн Илеш районында 28 йәшлек егет "Kawasaki" мотоциклында хәүефле боролошта осоп төшөп, бетон бағанаға бәрелеп, һәләк булған), егерме кеше травмалар алған.



Ял көнөндә 64 эскән водитель тотолған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға