«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөнән - Польшаға!



06.08.2019 Өфөнән - Польшаға!

Бөгөн мәргән уҡсыларыбыҙ Юлай Ғәлиуллин, Хөрмәт Таһиров, Артур Батыршин, Рәис Низаметдинов Польшаға оса.

Унда уҡ атыу буйынса Европа турниры үтә. Бәйгеселәр традицион яндан атасаҡтар. Ярышта Европаның иң мәргән 320 уҡсыһы ҡатнаша, шулар иҫәбендә беҙҙекеләр ҙә бар.

Егеттәребеҙ беренсе тапҡыр бара был ярышҡа, ләкин һынатмаҫтар, тигән өмөттә ҡалабыҙ.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға