«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » +1-гә тиклем һыуытасаҡ



06.08.2019 +1-гә тиклем һыуытасаҡ

Алдағы көндәрҙә республикала тағы ла һыуытасаҡ.

Бөгөн, 6 августа Башҡортостанда ҡойма, йәшенле ямғыр яуыуы, көслө ел иҫеүе көтөлә. Һауа температураһы көндөҙ +16...+21 градус тәшкил итәсәк.

Шаршамбы һәм кесе йомала һауа температураһы төндә +6...+11 булып, аяҙытҡанда +1 градусҡаса төшәсәк. Көндөҙ иһә +15...+20 градус йылы торасаҡ. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә.

Ялдар йылы вәғәҙә итә: +19...+24 градус. Ә бына ямғырҙар киләһе аҙна уртаһынаса дауам итәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға