«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ислам Төхвәтуллин - Хөкүмәт рәйесе



06.08.2019 Ислам Төхвәтуллин - Хөкүмәт рәйесе

"Торатау" Конгресс-холында БР Башлығы һәм Хөкүмәте Хакимиәте, башҡарма власть органдары вәкилдәре ҡатнашлығында ултырыш үтте.

Был - Башҡортостандың Йәштәр Хөкүмәтенең тәүге ултырышы ине.

Көн тәртибендә яңы Хөкүмәттең рәйесе, урынбаҫары, секретары, министрҙар һайланды.

Йәштәр Хөкүмәте рәйесе итеп Ислам Төхвәтуллин һайланды. Уның исеме яҡшы таныштыр. Рухлы, заманса фекерләй белеүсе, алдынғы ҡарашлы милләттәшебеҙ ул.

Рәйес урынбаҫары - Алексей Прокофьев, секретары— Айгөл Юлдашбаева.

Һәр тармаҡтың үҙ министры бар. Йәш министрҙар - Гөлназ Ишмөхәмәтова (иҡтисади үҫеш), Альберт Арыҫланов (ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре), Айгөл Нуриева (һаулыҡ һаҡлау), Азамат Байрамғолов (эшҡыуарлыҡ һәм туризм), Александр Понамарев (мәғариф), Тимур Рамаҙанов (торлаҡ-коммуналь хужалыҡ), Миләүшә Шәрипова (мәҙәниәт), Элина Хисамова (спорт).

Йәштәр хөкүмәте кәмендә айына бер тапҡыр йыйылырға тейеш. БР Башлығы Аппараты менән дә квартал һайын осрашып тороуы мотлаҡ.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: Йәштәр хөкүмәте БР Хөкүмәте янындағы кәңәшмә һәм консультатив орган.

- Бик ауыр һәм ҡатмарлы юлды еңеп сыҡтым, Аллаға шөкөр! - тип яҙған Ислам Төхвәтуллин үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә. Уға һәм командаға уңыштар теләйек!





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға