«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөтәбеҙ ҙә - боксҡа!



05.08.2019 Бөтәбеҙ ҙә - боксҡа!

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Спорт әҙерлеге үҙәге базаһында йәш спортсылар өсөн ойошторолған бокс буйынса оҫталыҡ дәресендә булды. Тренировканы Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты, бокс буйынса донъя чемпионы Николай Валуев үткәрҙе.

– Был минең өсөн бик мөһим көн. Радий Фәрит улы менән республикала боксты үҫтереү йәһәтенән ниәт-планыбыҙ күп. Шуға ла бындай осрашыуҙар һәм хеҙмәттәшлек артабан да дауам итер.

Республика етәксеһе фекеренсә, Башҡортостан яҡын арала иң юғары кимәлдәге спорт ярыштарын үткәреүгә дәғүә итәсәк. Бының өсөн заманса яңы майҙансыҡтар төҙөләсәк.

2021 йылда республикала үҫмерҙәр араһында грек-рим, ирекле һәм ҡатын-ҡыҙҙар көрәше буйынса Донъя беренселеге ҡабул итеү буйынса һөйләшеүҙәр бара. Көрәш буйынса халыҡ-ара федерация үҙ ҡарарын сығарырға тейеш.

Радий Хәбиров шулай уҡ Өфөлә Бокс буйынса Николай Валуев мәктәбен асыу тураһында килешеүҙәр алып барылыуын белдерҙе.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға