«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көндәр яйлап йылытасаҡ



05.08.2019 Көндәр яйлап йылытасаҡ

Һалҡын төньяҡ циклоны республика биләмәһенән китергә булды тип хәбәр итә синоптиктар. Ул Көнбайыш Себер яғына юлланасаҡ.

Был беҙгә алдағы көндәрҙә яуым-төшөмһөҙ, елһеҙ аяҙ көн торошон килтерәсәк. Һауа температураһы + 23 градусҡа, көньяҡ райондарҙа +28 градусҡа тиклем күтәреләсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға