«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй ҡатын-ҡыҙ волейболсылары Олимпиадаға путевка яуланы



05.08.2019 Рәсәй ҡатын-ҡыҙ волейболсылары Олимпиадаға путевка яуланы

Рәсәй йыйылма ҡатын-ҡыҙ волейбол командаһы киләһе йыл Японияла буласаҡ Йәйге Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн путевка яуланы.
Улар Калининградта уҙған донъя олимпия квалификацияһының төркөм турнирында беренсе урын яулап, ошо юғарылағы хоҡуҡҡа эйә булды. Беҙҙең волейболсылар башта Мексика менән Канада командаларын бер үк 3:0 иҫәбенә алдырып, һуңынан хәл иткес уйында Көньяҡ Корея спортсыларын көскә 3:2 иҫәбенә отто. Рәсәй ҡыҙҙары тәүге ике партияны дәғүәсегә биреп, һуңғыһында ла 19:22 иҫәбенә еңелә килеп, осрашыуҙы ҡотҡарып ҡалды. Ә инде һуңынан тағы ике партияла кореянкаларҙы алдырып, кәрәкле еңеү яулай һәм төп турнирҙа ҡатнашасаҡ.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға