«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дуҫын ҡотҡарыр өсөн миҙалдарын һата



03.08.2019 Дуҫын ҡотҡарыр өсөн миҙалдарын һата

Беларуссия спортсыһы Алексей Гришин дуҫына ярҙам ҡулы һуҙып, Олимпия уйындарында яулаған алтын һәм бронза миҙалын һатҡан.
Фристайлсы 2002 йылда – бронза һәм 2010 йылда уҙған Ҡышҡы Олимпия уйындарында алтын миҙал яулай. Ул уларҙы аукционға ҡуйып, тәүгеһен - 28,4 мең, икенсеһен 68,7 мең долларға һаттыра.
Спортсы дуҫы Дмитрий Рак, 2006 йылда Ҡытайҙа уҙған донъя кубогының бер этабында йәрәхәтләнеп, ғүмерлеккә инвалид булып ҡала. Ул өс йыл тирәһе ярҙам алғандан һуң, башҡа уға түләүҙе хөкүмәт туҡтата. Уның нисек этләнгәнен күреп, Олимпия чемпионы ярҙамға килә.
Ул үҙе әйтмешләй: “Мизал ул – тимер. Мин кешелек алдында маһайып, үҙемде күрһәткәндән түгел, ә ысынында дуҫымды ауыр мәлендә ҡурсалар өсөн наградаларымды һаттым. Башҡаса мөмкинлегем булманы”.
Кеше ғүмере һәм дә дуҫлыҡ, бер ниндәй ҙә наградалға тиң түгел...





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға