«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 5 миллион евронан ҡолаҡ ҡаҡты



02.08.2019 5 миллион евронан ҡолаҡ ҡаҡты

Бразилия йыйылма командаһы һөжүмсеһе, Францияның ПСЖ командаһында сығыш яһаған билдәле Неймар премияһыҙ ҡалған.
Клуб менән булған килешеүендә, әгәр уйынсы ФИФА версияһы буйынса донъяла иң көслө футболсы исеменә лайыҡланһа, уға өс миллион евро тәғәйен ине һәм дә командала үҙен тәртипле тотһа, ике миллион евро менән баһаланырға тейеш була. Әммә ул икеһен дә үтәмәй, һөҙөмтәлә премияһыҙ ҡала.
Хәҙер ПСЖ етәкселеге уны һатырға булды. Әлегә уның менән “Барселона” һәм “Ювентус” командалары ҡыҙыҡһына. 2017 йылда уның трансферы донъя футболында 222 миллиолн евроға етеп, рекордлы сумма булғайны. Уҙған миҙгел, Неймар ПСЖ өсөн 28 уйында 23 тапҡыр гол индерә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға