«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шайморатов һәйкәле буйынса идеялар бармы?



02.08.2019 Шайморатов һәйкәле буйынса идеялар бармы?

Өфөлә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы генерал-майоры, дипломат, разведчик Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең иң яҡшы проектын булдырыуға конкурс иғлан ителгән.

Һәйкәл Совет майҙанында ҡуйыласаҡ. Бында шулай уҡ парк булдырыласаҡ.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар, проекттар, аңлатмалы яҙыуҙар, график материалдар һәм смета-финанс иҫәп-хисаптары 2019 йылдың 26 авгусына тиклем «Рәсәйҙең рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади ойошмаһының БР төбәк бүлексәһендә ҡабул ителә.

Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 148. Телефон: 8 (347) 284-42-47.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға