«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостан рапирасылары – донъя чемпионы



03.08.2019 Башҡортостан рапирасылары – донъя чемпионы

Венгрияла фехтование буйынса донъя чемпионаты уҙҙы.

Команда беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы ҡатын-ҡыҙҙары, финалда Италия рапирасыларын 43:42 иҫәбенә алдырып, донъя чемпионы исемен яуланы. Команда составында Башҡор­тостандан Анастасия Иванова менән Аделина Заһиҙуллина ла ҡатнашып, дөйөм еңеүгә тос өлөш индерҙе. Уларҙан тыш, билдәле Инна Дериглазова һәм Лариса Коробейникова ла чемпион булды.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға