«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путинға бик мөһим бер шылтыратыу булды



02.08.2019 Владимир Путинға бик мөһим бер шылтыратыу булды

Беләһегеҙ, беҙҙең Себер урмандары янғындан төтәй. Төтәй генәме?! Ялҡынланып, гөрһөлдәп, хатта ыңғырашып яна.

Рәсәй Президенты Владимир Путинға ошо янғындарға ҡаршы көрәштә ярҙам итергә теләк белдереп, АҠШ Президенты Дональд Трамп шылтыратты.

Бәлки, ярҙамды шундуҡ ҡабул итергә лә кәрәккәндер. Әммә, Владимир Владимирович, тыйнаҡ ҡына рәхмәт әйтте лә, кәрәкһә, ярҙам һорарбыҙ, ә әлегә утҡа ҡаршы ҡеүәтле авиатөркөм булдырылғанын белдерҙе.

Рәсәй етәксеһе АҠШ башлығының был аҙымын ыңғай баһаланы һәм тиҙҙән, моғайын, мөнәсәбәттәрҙе тулы форматта тергеҙеп булыр, тип өмөтләнде.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға