«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Алға" картаһына "УралСиб" аша аҡса һал



01.08.2019 "Алға" картаһына "УралСиб" аша аҡса һал

"Алға" транспорт картаһына "УралСиб" банкы бүлексәләре аша аҡса күсерергә мөмкин. Быны офистарҙа, түләү терминалдарында, мобиль интернет-банктарында, банктың "Город" системаһына тоташҡан агенттарында башҡарып була.

Бөгөнгә Өфөлә "Алға"ға банктың 14 бүлексәһендә аҡса күсереү мөмкинлеге бар. Тиҙҙән проектҡа республика буйлап урынлашҡан 57 пункт ҡушыласаҡ.

"Алға" транспорт картаһын "Рәсәй почтаһы", "Сбербанк" аша ла тулыландырырга була. "Сбербанк Онлайн мобиль ҡушымтаһында автоматик түләүҙе көйләргә мөмкин.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға