«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы



01.08.2019 Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы

Бөгөн БР Ауыл хужалығы министрлығының Колонналы залында республика етәксеһе Радий Хәбиров һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, иҡтисад, мәҙәниәт һәм матбуғат әһелдәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Салауат Юлаев ордены кавалерҙары булдылар:

- Фәйзулла Абдрафиҡов, Р.Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының физкультура уҡытыусыһы,
- Роберт Ваһапов, «Корпорация Уралтехнострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең беренсе вице-президенты,
- Марат Вәхитов, БР буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығы етәксеһе,
- Наиль Ғиззәтуллин, алтынсы саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет ағзаһы,
- Михаил Чванов, С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейы мөдире.

РФ атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә яҙыусы, БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы Флүр Ғәлимов лайыҡ булды.

Рәсәй Федерацияһы Президентының Маҡтау грамотаһы түбәндәгеләргә тапшырылды:
- "Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы"ның Башҡортостан социаль технологиялар институты (филиалы) директоры Тәнзилә Ниғмәтуллинаға,
- "Башҡорт энциклопедияһы" директоры Уйылдан Сәйетовҡа,
- БДУ профессоры Роберт Яҡшыбаевҡа.

Бер төркөм хеҙмәттәштәребеҙ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды. Улар:
- БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баш белгес-эксперты Нәйлә Ғәйнетдинова,
- "Башҡортостан журналдары" нәшриәтенең директор урынбаҫары Илшат Зарипов,
- "Башҡортостан журналдары" нәшриәтенең бүлек мөхәррире Зөбәйҙә Исламова,
- "Кугарчинские вести" гәзитенең бүлек мөдире Анатолий Казаков,
- "Башҡортостан" ТРК-һы видеомонтаж инженеры Айгөл Фазылова.

"Башҡортостан республикаһы алдында ҡаҙаныштары өсөн" ордены БР Хөкүмәте Премьер-министры - БР Хөкүмәт Аппараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдиновҡа, БР "Яу сәнғәте федерацияһы" президенты Вил Ғабдуллинға бирелде.

Халыҡтар дуҫлығы ордены
менән наградландылар:
- Валерий Байбулатов, Мишкә агросәнәғәт колледжы директоры,
- Рәсимә Мусина, "Пышка" компаниялар төркөмө генераль директоры,
- Александр Работяев, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ һаҡлау һәм суд һорауҙары буйынса комитет ағзаһы,
- Рәсих Ханнанов, РФ һәм БР Яҙыусылар берлеге ағзаһы,
- Салауат Хөсәйенов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары.

Республика Башлығы матбуғат секретары Фәнүр Йәғәфәровҡа Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы бирелде.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға