31.07.2019 Радий исеме киң таралған
Радий исеме киң таралған
Башҡортостанда һуңғы ваҡытта Радий исеме киң таралған. Яңы иыуған улдарына Радий тип исем биреүсе ғаиләләрҙең береһе – Учалынан Алина һәм Вадим Нәүширбановтар.
Радий – ата-әсәнең өсөнсө балалары. Ғаилә башлығы ағас менән шөғөлләнә, ә хужабикә – балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
«Радийҙың ниндәй һөнәр эйәһе буласағы мөһим түгел, иң мөһиме ул көслө һәм сағыу шәхес булһын», — тип һөйләй әсә.
«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, һуңғы туғыҙ ай эсендә Өфөлә, Белоретта, Бөрөлә, Баймаҡта, Ишембайҙа, шулай уҡ бер нисә районда 12 бәләкәй Радий теркәлгән.