«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Август башы һыуыҡ буласаҡ



31.07.2019 Август башы һыуыҡ буласаҡ

Йәйҙең һуңғы айы яуым-төшөмлө һалҡын көн торошо менән башланасаҡ тип вәғәҙәләйҙәр синоптиктар.

1-2 августа республикала ямғыр яуасаҡ, урыны менән көслө, айырым райондарҙа йәшенле ямғыр көтөлә. Йомала секундына 17-22 метр тиҙлеккә еткән киҫкен ел иҫәсәк. Был көндәрҙә һауа температураһы +11...+17 градус торасаҡ.

Ялдарҙа бер аҙ йылытасаҡ, термометр +15...+20 градус күрһәтәсәк. Аяҙ көндәр көтөлә.

Гидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, 8 авгусҡа тиклем уртаса тәүлек температураһы норманан 4-6 градусҡа түбән буласаҡ.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға