«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Владимир Путинға Фин ҡултығы төбөнән табылған коллекцияны күрһәттеләр



31.07.2019 Владимир Путинға Фин ҡултығы төбөнән табылған коллекцияны күрһәттеләр

Рәсәй Президенты XIX быуатта Фин ҡултығындағы Гогланд утрауы янында батҡан караптан табылған әйберҙәр менән танышты.

Археологтар сығарған коллекцияла быяла һәм фаянс һауыт-һаба, туҡымалар, идеаль торошта һаҡланған секстант (астрономияла һәм геодезияла ҡулланылған үлсәү приборы) бар.

Белгестәр әйтеүенсә, карап Англиянан Санкт-Петербургҡа һауыт-һаба алып килә ятҡан булған. Яҡынса 1856 йылда, буғай. Судно Гогланд утрауы янында штормға эләгеп янтайған һәм батҡан.

Президент «Океанавтика» һыу аҫты тикшеренеүҙәре институтының мәғариф проектында ҡатнашыусылар менән дә аралашты.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға