«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Самедов футболдан китте



30.07.2019 Самедов футболдан китте

Рәсәй йыйылма командаһы ярымһаҡсыһы Александр Самедов футбол карьераһына нөктә ҡуйырға булды.
Уның уйнаған һуңғы клубы булып “Крылья Советов” һаналды. 35 йәшлек футболсы оҙаҡ ваҡытын Мәскәү командаларында уҙғара. “Спартак”та - 6, “Локомотив”та – 6 һәм “Динамо” командаһында 3 миҙгел уйнай. “Спартак” клубы составында Рәсәй чемпионы булып, дүрт тапҡыр Рәсәй кубогын яулай.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, уның “Өфө” клубына килеүе хаҡында ла һүҙ сыҡҡайны, әммә ул дөрөҫ булып сыҡманы. Нишләйһең, ваҡытында китеүе хәйерле...





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға