«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Даниил Квяттың ике шатлығы бер көндә булды.



29.07.2019 Даниил Квяттың ике шатлығы бер көндә булды.

"Торо Россо" пилоты, Өфө егете Даниил Квят 11-се "Формула-1" чемпионатында өсөнсө урын алды.

Германиялағы Гран-приҙа ул "Формула-1" карьераһында иң яҡшы ярыштарҙың береһен уҙғарҙы. Ул хатта биш тапҡыр донъя чемпионы, быйылғы миҙгелдең лидеры Британиянан Льюис Хэмилтонға ҡарағанда ла уңышлыраҡ сығыш яһаны.

Ә чемпионаттен ике сәғәт алдан ғына Даниилдың ҡыҙы тыуған ине. Яҡташыбыҙҙың ҡатыны – өс тапҡыр "Формула-1" чемпионы Нельсон Пикеҙең ҡыҙы Келли.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға