«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тағы ла бер яңы фестиваль буласаҡ...



29.07.2019 Тағы ла бер яңы фестиваль буласаҡ...

Башҡортостандың Драматургия һәм режиссура үҙәге "Мосафир" этник музыка форумын үткәрә.

Проект дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса 3,5 миллион һум күләмендә Башҡортостан башлығы грантын алды. Сара 10-12 ноябрҙә, "Торатау" конгресс-холы, "Өфө уттары", Music hall 27 комплекстары һәм Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәләрендә үтәсәк.
Проект сиктәрендә этник музыка өлкәһендә 20 алдынғы белгес ҡатнашлығында музыкаль конференция, продюсерҙар, тур ойоштороусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре күҙалланған. Шулай уҡ төбәк презентациялары өсөн күргәҙмә зоналары ойоштороу ҡарала.

Рәсәйҙә этник музыка өлкәһендә берҙән-бер профессиональ премия — Russian World Music Awards менән бүләкләү тантанаһы һәм бер нисә музыкаль шоу форумдың иң күркәм ваҡиғаһы буласаҡ. Байрамға Польшанан, Бөйөк Британиянан, Германиянан, Кореянан, Чехиянан, Нидерлантан һәм башҡа илдәрҙән вәкилдәр. Башҡортостандан "Ҡурайсы", "Арғымаҡ", "Узорица" төркөмдәре, Катя Ямщикова, Милли музыка ҡоралдарын оркестры ҡатнаша.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға