«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ейәнсура районында ҡот осҡос хәл!



29.07.2019 Ейәнсура районында ҡот осҡос хәл!

Сәғит ауылындағы фажиғәлә ике кеше һәләк булған. Кисә төндә Байыш ауылы яғынан килгән юлда ВАЗ-2110 еңел автомобиле янып китә. Кешеләр күреп янына барғанда, үтә һуң була. Көслө янғын 60 йәшлек Р. менән 46 йәшлек И-ның ғүмерен өҙә.


Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара, янғын сәбәптәре асыҡлана. Шаһиттар әйтеүенсә, улар хеҙмәттәштәре менән Хәрби-диңгеҙ флоты көнөн билдәләп, ҡайтыр юлға сыҡҡан булған.

Байыш ауылынан, киске уйындан ҡайтып килеүсе йәштәр янғынды тәүләп күреп, тейешле органдарға хәбәр итә. Видеояҙманы улар төшөргән.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: Видеонан скриншот


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға