«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Формаль ултырышҡа әйләнмәһен



29.07.2019 Формаль ултырышҡа әйләнмәһен

Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"н тармаҡта эшләүсегә йә эш башлаусыға ысын мәғәнәһендә ярҙам булырлыҡ итеп үткәрергә ҡушты.

Беҙҙең муниципалитеттарҙа бындай маҡсатлы ултырыштар даими үтә. Ошоға тиклем 1302 "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" уҙғарылған. Унда 1347 эшҡыуар мөрәжәғәт иткән. Мәсьәләләрҙең күбеһе ер-мөлкәт темаһы (мөрәжәғәттәрҙең 47 проценты). Бынан тыш, льготалы финанслау тураһында, мәғлүмәт-консультация ярҙамы һораусылар күп.

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, был сәғәттәр формаль ултырышҡа әйләнмәһен ине, тип үтенде. Әлеге сарала беҙҙең эшҡыуарҙар тиҙ һәм аныҡ ҡарар алырға тейеш. Сентябрҙә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" барышында ҡатнашыр өсөн белгестәр, шул иҫәптән Башлыҡ хакимиәтенән дә, министрлыҡтарҙан, урындарға сығасаҡ. Был тикшереү ҙә түгел, ә район етәкселәренә ниндәйерәк ярҙам кәрәген белеү маҡсатынан эшләнә.

Район һәм ҡала хакимиәтендә эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫар ҙа булырға тейеш. Радий Хәбиров белдереүенсә, ул урынбаҫарҙың эшҡыуарҙарҙың теләктәше булыуы, ярҙам итергә әҙер тороуы шарт. Яңы ставка өсөн аҡсаны республика бюджеты бүлергә әҙер.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға