«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй һикереүсеһенә етеүсе юҡ



27.07.2019 Рәсәй һикереүсеһенә етеүсе юҡ

Рәсәй еңел атлеты Мария Ласицкене Халык-ара еңел атлетика федерацияһы ассоциацияһының яңыртылған рейтингы буйынса донъяла беренсе урынға сыҡты.
Нейтраль флаг аҫтында сығыш яһаған яҡташыбыҙ, быйыл бейеклеккә һикереүҙә Европа чемпионатында алтын миҙал яулап, Бриллиант лигаһында биш тапҡыр еңеүсе булды. Шулай уҡ ике тапҡыр донъя беренселегендә лә алдынғылыҡты бирмәне.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға