«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ефимова менән Рылов - донъя чемпионы!



26.07.2019 Ефимова менән Рылов - донъя чемпионы!

Көньяҡ Кореяла барған һыу спорт төрө буйынса донъя чемпионатында Рәсәй йыйылма командаһы әле генә ике алтын миҙал яулап, ҡумтаһын байыта төштө.
200 метр араға арҡала йөҙөүҙә Евгений Рылов чемпион исемен яулаһа, һуңынан беҙҙең билдәле Юлия Ефимоваға (һүрәттә) шул уҡ араға брасс төрөндә етеүсе табылманы. Афарин!





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға