«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Александр Самедов бәлки "Өфө"гә килер



26.07.2019 Александр Самедов бәлки "Өфө"гә килер

Рәсәй йыйылма командаһының элекке ярымһаҡсыһы Александр Самедов эшһеҙ ҡалып, әлеге мәлдә үҙенә яраҡлы клуб эҙләй.
Үҙе әйтмешләй, уның менән Рәсәй командаларынан тыш, хатта сит ил вәкилдәре лә ҡыҙыҡһына. Улар араһында беҙҙең “Өфө” командаһы ла бар. Тик 34 йәшлек футболсы ҡайҙа барырын һаман да уйлай. Әгәр эште оҙаҡҡа һуҙһа, карьераһы менән дә хушлашыуы ихтимал. Ул быға тиклем “Крылья Советов” клубында һыналып, улар менән килешеүҙе өҙгәйне.
Самедов Рәсәй йыйылма командаһы составында ике тапҡыр донъя һәм бер тапҡыр Европа чемпионатында ҡатнаша. Бөтәһе 51 осрашыу уҙғарып, 7 тапҡыр гол индерә.
Былтыр Хорватия йыйылма командаһына ҡаршы уйынынан һуң, ундағы карьераһына нөктә ҡуя.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға