«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙекеләр әлегә - икенсе



26.07.2019 Беҙҙекеләр әлегә - икенсе

Оҙаҡламай Көньяҡ Кореяла барған һыу спорт төрө буйынса донъя беренселеге тамамланасаҡ.
Әлегә Рәсәй йыйылма командаһы 9 алтын, 8 көмөш һәм 4 бронза миҙал яулап, командалар араһында – икенсе. Кисә беҙҙең ҡумтаға “бронза”ны йөҙөүҙән Дарья Васькина менән Владислав Гринев килтерҙе. Тәүгеһе 50 метр араға арҡала йөҙөүҙә өсөнсө булһа, Гринев иһә 100 метрҙа ирекле ярышта бронза миҙал яуланы.
Ҡытайҙар был йәһәттән дә алдынғылыҡты бирмәй. Улар иҫәбендә – 16 алтын, 10 көмөш һәм 3 бронза миҙал. Өсөнсөлә - Австралия спортсылары (6 алтын, 4 көмөш, 4 бронза миҙал).
Бөгөн Рәсәй йәҙәүселәренең “алтын”ға өмөтө бар.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға