«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мөғжизәләр булып тора!



25.07.2019 Мөғжизәләр булып тора!

Тундрала чумға йәшен атып, кешеләр мөғжизә менән тере ҡалған.

«Ямалспас»тың хеҙмәткәрҙәре болан көтөүселәренең ғаиләһенә - ике өлкән кешегә һәм 2 йәшлек балаға ярҙам иткән. Өлкән Суртанлы күле янында уларҙың чумына йәшен атҡан. Әлеге ваҡытта улар дауаханала, хәлдәре тотороҡло. Мөғжизә менән ғүмере өҙөлмәгән ирҙең арҡаһында йәшен эҙе тороп ҡалған.

Әйткәндәй, йәшен чумдың тап уртаһына атҡан, тиҙәр. Унда был мәлдә бөтәһе һигеҙ кеше булған.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға