«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һеҙҙә лә монармы?



25.07.2019 Һеҙҙә лә монармы?

Йыл да ошо мәлдә республикала һауала төтөн йәки томан кеүек тәбиғәт күренешенә шаһит булабыҙ. Бөгөн иртәнсәктән алып Өфөлә шундай хәл күҙәтелә. Офоҡҡа тиклем биналар, урамдар күкһел төтөн менән ҡапланған. Башҡа урындарҙа ла шундай хәл күҙәтелә.

Башгидрометүҙәк белдереүенсә, Башҡортостан биләмәһендә юғары баҫым урынлашҡан. Тиҙлеге секундына 5 метрға еткән ел һәм ерҙән күтәрелгән йылы һауа ағымдары атмосфераның аҫҡы өлөшөндә төрлө төтөн-маҙарҙың таралыуына килтерә.

Шулай уҡ монарға Красноярск крайындағы урман янғындары ла сәбәпле булыуы мөмкин. Унда бар ерҙе ҡуйы төтөн ҡаплаған, көндөҙ хатта ҡояш күренмәй. Төтөн ағымы Уралға һәм Волга буйына еткән.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға