«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Данис Зарипов 41 йәшкә тиклем уйнамаҡсы



25.07.2019 Данис Зарипов 41 йәшкә тиклем уйнамаҡсы

Хоккей буйынса КХЛ беренселегендә Гагарин кубогын биш тапҡыр (өс тапҡыр “Аҡ барс” һәм ике тапҡыр “Металлург” составында) яулаған берҙән-бер хоккейсы Данис Зарипов киләсәккә өмөт менән ҡарай.
38 йәшлек һөжүмсе әйтеүенсә, ул әле хоккей уйнап туймаған. Әлеге ваҡытта “Аҡ барс” командаһы менән бер йылға ғына килешеү төҙөһә лә, Данистың уйы тағы бер-ике миҙгелгә боҙҙа ҡалыу.
Уҙған миҙгелдә Зарипов Ҡазан клубы составында 51 осрашыу уҙғарып, 9 гол индерә һәм 25-ндә уға булышлыҡ итә.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға