«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күргәҙмәлә илһөйәрлек рухы



24.07.2019 Күргәҙмәлә илһөйәрлек рухы

Ҡаҙағастандың Нур-Солтан ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған "Тыуған яҡ тураһында һөйөү менән" тип аталған фотокүргәҙмә асылды.

Унда Рәсәй һәм республика конкурстары лауреаты Людмила Камневаның эштәре тәҡдим ителә. Был сара "Аҡбуҙат" башҡорт этномәҙәниәт ойошмаһы, Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәгенең Ҡаҙағстандағы вәкиллеге һәм Ҡаҙағстан халыҡтары Ассамблеяһы ярҙамында ойошторолдо.





Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға