«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Элекке вице-премьер ниңә "ябылды"?



24.07.2019 Элекке вице-премьер ниңә "ябылды"?

Өфөнөң Совет районы суды ҡарарынса, Евгений Гурьев 20 сентябргә тиклем һаҡ аҫтында ҡаласаҡ. Әле вазифаһын үҙ мәнфәғәте өсөн файҙаланыу буйынса енәйәт эшен тикшереү бара.

Гурьевҡа ҡарата РФ Енәйәт кодексының өсөнсө статьяһының "в" өлөшө буйынса эш асылған. Ул 2014 - 2016 йылдарҙа республиканың ер һәм мөлкәт министры, 2016 - 2018 йылдарҙа вице-премьер булып эшләне.

Тикшереү мәғлүмәттәренсә, Гурьев әфәнде 2015 йылдың ноябрендә, вазифаһын файҙаланып, конкурс процедуралары тураһында законды һанға һуҡмайынса, "Группа компаний Су-10" йәмғиәтенә Өфөлә дөйөм майҙаны 17 мең кв.м булған ике ер участкаһын һатыуҙы ойошторған. Хаҡы ла кадастр хаҡынан ике тапҡыр кәм ҡуйылған. Шул уҡ ваҡытта ведомствоның был ерҙәр менән идара итергә хоҡуғы булмаған. Һөҙөмтәлә республика ҡаҙнаһына 27 миллион һумлыҡ зыян килтерелгән.

Бына шулай, йәмәғәт... Әле тикшереү дауам итә.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға