«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Беҙҙекеләр һынатмай!



23.07.2019 Беҙҙекеләр һынатмай!

Башҡортостан рапирасылары - донъя чемпионы!

Өфө ҡыҙҙары Анастасия Иванова менән Ангелина Заһиҙуллина Рәсәй йыйылма командаһында фехтование буйынса донъя чемпионатында алтын миҙал яуланы. Улар менән бер командала Курск өлкәһенән Инна Дериглазова һәм Ҡурғандан Лариса Коробейникова сығыш яһаны.
Чемпионатта Рәсәй командаһы Көнъяҡ Корея, Америка һәм Италия спортсылары менән көс һынашты.






Автор: Гөлнур ҠЫУАТОВА
Фото: ИА "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға