«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хабаровск крайында балалар лагерында янғын сыҡҡан: өс бала үлгән



23.07.2019 Хабаровск крайында балалар лагерында янғын сыҡҡан: өс бала үлгән

Фажиғә "Холдоми" тау курортында 23 июль таңында ҡупҡан. Алдан билдәле булыуынса, ут йылы өрҙөргән вентиляторҙан сыҡҡан. Уттан 2,4 мең квадрат майҙан зыян күргән, 20 палатка тулыһынса янған.

Лагерҙа 189 бала булған. 12 кеше зыян күргән, етәүһе - балалар. Өс һәләк булыусы тураһында билдәле. Бер бала ваҡиға урынында үлгән, тағы өсәү ауыр хәлдә дауаханаға оҙатылған. Улар араһында янғын мәлендә ҡыҙҙарға ярҙамға ташланған 10 йәшлек Данила бар. Таңға ҡарай ике баланың дауаханала мәрхүм булғаны мәғлүм булды.

Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында тәфтишселәр эшләй.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға