«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өс төрлө ризыҡтан баш тартығыҙ



22.07.2019 Өс төрлө ризыҡтан баш тартығыҙ

Эсәклек ямаш шеше – ашҡаҙан-эсәк юлдарының иң таралған онкология сире.
Уның байтаҡ сәбәптәр арҡаһында барлыҡҡа килеүе ихтимал. Шул иҫәптә - нәҫелдән килгән сир, насар экология, туҡланыу тәртибе.

Ғалимдар фекеренсә, ҡайһы бер ризыҡ һәм эсемлектәр эсәклек өсөн емергес көскә эйә.
Мәҫәлән, канцероген аҙыҡ-түлекте тикшереүҙәр күп илдә бара. Беләһегеҙ, был матдә организмға бик насар йоғонто яһай.

Карамель буяғысы булған газировкаларҙа, микротулҡынлы мейестә әҙерләнгән попкорнда, ҡалай банкаларҙағы консерваларҙа, аҡ онда, яһалма тәмләндергестәрҙә канцероген күп булыуы асыҡланған.

Нимә ашарға һуң улайһа, тип һорар ҡайһы берәүҙәр. Сама тигәнде белергә. Шул ғына.

Әммә фән тарафынан раҫланып, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының беренсе дәрәжә канцерогендар исемлегенә индерелгәндәрҙән һаҡ булырға кәрәк. Был ризыҡтар яман шешкә килтерә.

Бигерәк тә өсәү (асылда шул өсәү эсендә әллә күпмеһе бар) хәүефле. Шуларҙы даими һәм күп ҡулланыуҙан баш тартырға кәрәк.

Улар: эшкәртелгән ҡыҙыл ит (колбаса, сосиска, ветчина, бекон), ҡыҙыл ит (айырыуса ҡыҙҙырылғаны, быҡтырылғаны, грилдә ҡурылғаны), алкоголь (эсәклектең лайлалы ҡатына бигерәк тә һыра насар йоғонто яһай).

Бына хәҙер белдегеҙ. Лутсы файҙалы ризыҡ ашағыҙ, эсегеҙ. Ғалимдар ҡушыуынса, йәшелсә һәм емеш, шулай уҡ клетчатка күп булған башҡаһын.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға