«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡылдан яҙалармы атайҙар?



22.07.2019 Аҡылдан яҙалармы атайҙар?

Краснодар крайында 46 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше асылған - ул үҙенең 10 йәшлек улын сылбырға бәйләп ҡуйған.

18 июлдә Великовечное ауылында йәшәүсе ир баланы һарайға алып барып, уның муйынына тимер сылбыр ураған да, бер осон йоҙаҡ менән стеллаж тояғына эләктереп нығытҡан.

Шунан һуң ғаилә башлығы 4 йәшлек улын һәм ауырлы ҡатынын алып Краснодарҙың перинаталь үҙәгенә сығып киткән - ҡатынының бала табыр ваҡыты еткән булған.

Бәйләнгән бала сылбырҙан ысҡынып, үҙ аллы һарайҙан сыҡҡан да, кисен өйҙәре янындағы магазинға килеп, үҙе менән ни булғанын һөйләгән. Ауылдаштары шунда уҡ был турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр иткән.

Әлеге ваҡытта бала реабилитация үҙәгендә, башҡа һыймаҫлыҡ ваҡиға буйынса тикшереү эштәре бара.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға