«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Көн торошо



22.07.2019 Көн торошо

Иртәгә, 23 июлдә, көн аяҙлы-болотло буласаҡ, бер аҙ ямғырҙар яуыуы көтөлә.

Ҡайһы бер райондарҙа йәшенле ямғырҙар үтәсәк, урыны менән борсаҡ яуасаҡ. Көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан иҫкән ел көндөҙ көсәйәсәк
(тиҙлеге секундына 5-10 метрҙан - 17-гә тиклем). Ҡайһы бер юлдарҙа томан булыуы ихтимал.

Төндә һауа температураһы +11...+16 градус булһа (таулы райондарҙа +7 градус), көндөҙ +20...+25 градус.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға