«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ерләргә аҡсам юҡ, тип ҡыҙының мәйетен урамға ташлаған



22.07.2019 Ерләргә аҡсам юҡ, тип ҡыҙының мәйетен урамға ташлаған

Аҡсаһы булмағанлыҡтан, ҡыҙының мәйетен урамға ташлаған


Санкт-Петербургта йәшәүселәр ҡот осҡос табылдыҡҡа юлыҡҡан – Калинин районында ҡыуаҡлыҡтар араһында аҡ йәймәгә төрөлгән мәйет ятҡан.

Тикшерә башлағас, 49 йәшлек ҡатындың мәйетен үҙ әсәһе сығарып ташлаған булғас. “Күмергә аҡсам булмағанлыҡтан тәүҙә фатирҙа тоттом. Еҫләнә башлағас, урамға сығарып ташларға мәжбүр булдым”, — тигән 68 йәшлек пенсионер ҡарсыҡ. Әбейҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, ҡыҙы тәртипһеҙ тормош алып барған, наркотик матдәләр ҡулланған.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға