«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Быйылғы "Йөрәк һүҙе" Мостай Кәримгә арналасаҡ



22.07.2019 Быйылғы "Йөрәк һүҙе" Мостай Кәримгә арналасаҡ

Башҡортостанда «Йөрәк һүҙе» телевизион шиғриәт конкурсы уҙасаҡ. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә арналасаҡ.

Башҡортса үткән ижади бәйгелә һөнәри актер йәки режиссер белеме булған кешеләр ҡатнаша ала. Улар ҡатнашлығында төшөрөлгән тапшырыуҙар конкурс программаһына инәсәк.

Ярыш һөҙөмтәһендә «Һүҙ оҫтаһы» һәм «Тамашасы һөйөүе призы» номинацияларында еңеүселәр билдәләнәсәк. Һайлап алыу турында SMS аша тауыш биреләсәк һәм баһалама ағзалары тауыш биреп, конкурс ярымфиналсыларын асыҡлаясаҡ. Иң күп тауыш алған 18 кеше телепроекттың йомғаҡлау кисәһендә ҡатнашасаҡ. Ул Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә шиғри көс һынашыу формаһында үтәсәк.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға