«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Аҡса бүленә, төҙөлөштә проблема булырға тейеш түгел



22.07.2019 Аҡса бүленә, төҙөлөштә проблема булырға тейеш түгел

Яңы уҡыу йылында 21 мәғариф объекты сафҡа индереләсәк. Улар 6404 уҡыусыға иҫәпләнгән.

Башҡортостан белем биреү учреждениеларында яңы урындар булдырыу буйынса федераль программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Быйыл ошо маҡсатта ҡаҙнанан 573,42 миллион һум аҡса бүленәсәк.

Был турала республика Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Марат Әхмәҙуллин хәбәр итте.

Был йыл аҙағынаса төҙөлөп бөтәсәк объекттар Балтас, Балаҡатай, Иглин, Ҡыйғы, Ҡалтасы, Өфө райондарында, Туймазы, Баймаҡ, Өфө, Яңауыл ҡалаларында урынлашҡан.

Проблемалы төҙөлөштәр ҙә бар. Марат Әхмәҙуллин әйтеүенсә, Баҡалы районы үҙәгендә 825 урынға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлөшө (һүрәттә) күҙалланғанса бармай. Был подрядсының эште һүлпән ойоштороуына бәйле. Мәктәпте 1 сентябргә асыу өсөн төҙөлөштө контролдә тотоу билдәләнгән - объектта дәүләт заказсыһы вәкиле даими була.

Туймазы ҡалаһының 5-се мәктәбендәге эш барышында ла өҫтәмә проблемалар килеп сыҡҡан. Реконструкция декабрҙә тамамланырға тейеш.

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров муниципалитеттар етәкселәренә тағы бер тапҡыр әйтте:
"Яңы уҡыу йылы башланыуға мәктәп биләмәләре яны тулыһынса төҙөкләндерелергә, кәрәкле юл билдәләе ҡуйылырға, светофорҙар урында булырға тейеш. 1 сентябргә әҙерләнегеҙ - ҙур ваҡиға буласаҡ".






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Башинформ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға