«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Өфө” чемпионатты еңелеүҙән башланы



21.07.2019 “Өфө” чемпионатты еңелеүҙән башланы

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига командалары, яңы миҙгелде асып, беренсе турын уҙғарҙы.

“Крылья Советов” клубы ЦСКА командаһын 2:0 иҫәбенә еңеп, турнир таблицаһын етәкләне. Шулай уҡ “Урал”, “Зенит”, “Ростов”, “Әхмәт” һәм “Спартак” футболсылары беренселекте уңышлы башланы. “Арсенал” менән “Динамо”, “Локомотив” менән “Рубин” 1:1 иҫәбенә уйнаны. Ә бына ҡалғандар отолдо. Улар араһында “Өфө” клубы ла бар. Беҙҙең егеттәр Екатеринбургта урындағы “Урал”ға 3:2 иҫәбенә еңелде.
Киләһе турҙа өфөләр “Краснодар”ҙы ҡабул итәсәк.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға