«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Авангард” Войновты эшле итте



20.07.2019 “Авангард” Войновты эшле итте

Заманында НХЛ-да уйнап, ғаилә мөнәсәбәте арҡаһында лиганан ҡыуылған Рәсәй һаҡсыһы Вячеслав Войнов, ниһайәт, үҙенә яраҡлы клуб тапты.

Ул Омскиҙың КХЛ-да сығыш яһаған билдәле “Авангард” командаһы менән бер миҙгелгә килешеү төҙөнө. Һаҡсы быға тиклем СКА клубында ла уйнап өлгөрә. Унан һуң океан аръяғына китеп, ҡабаттан НХЛ-да эш эҙләп ҡарай. Әммә лига етәкселеге, элекке тәртип­һеҙлеген күҙ уңын­да тотоп, унан баш тартты.


Ҡайһы бер мәғ­лүмәттәргә ҡа­рағанда, Омскиҙа уның эш хаҡы 70 миллион һумға тиң бул­маҡсы.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға