«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостандың ҡаяға үрмәләүсеһе донъя чемпионатында лайыҡлы сығыш яһаны



19.07.2019 Башҡортостандың ҡаяға үрмәләүсеһе донъя чемпионатында лайыҡлы сығыш яһаны

Францияның Бриансон ҡалаһында 2019 йылдың параклаймбингы буйынса донъя чемпионаты үтте. Ярыштың тәүге көнөндә физик мөмкинлектәре сикләнгән ҡаяғы үрмәләүселәр алты комплект награда өсөн көс һынашты. Терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙары менән спортсылар категорияһында Башҡортостан спортсыһы Максим Майоров ҡатнашты.

AU-2 категорияһында 16 атлет ярышты. Квалификация мәлендә яҡташыбыҙ бер «топ»ҡа етте, икенсе трассала 43 эләктереү яһаны. Быларҙың барыһы ла Максимға алты урындың бишенсеһен яуларға һәм шуның менән финалда ҡатнашыу хоҡуғын алырға мөмкинлек бирҙе.

Хәл иткес раундта Майоров 36 эләктереүҙән һуң ысҡынып китеп, алтынсы урын алды. Алтынға британ спортсыһы Мэттью Филипс лайыҡ булды. Икенсе урын Израилдән килгән Мор Майкл Сапирға эләкте. Улар икеһе лә «топ»ҡа етте. Бронзаны 47 уңышлы эләктереү яһаған Кевин Бартке (Германия) яуланы.



Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға