«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡатын урлау



18.07.2019 Ҡатын урлау

Ҡатын урлауГр.Р һәм уның яратҡан ҡыҙы өйләнешергә ниәтләгән. Никах уҡытып, бергә йәшәргә лә өлгөргәндәр. Тик ни сәбәптәндер ҡатын иргә кейәүгә сығыу ниәтенән баш тартып, уның менән мөнәсәбәттәрҙе өҙгән.

Ләкин гр.Р үҙенең пландарынан баш тартырға теләмәгән шул, һөйөклөһөн төрлөсә итеп ҡайтарырға маташҡан. Һәм бер көндө иртән ҡатынды өйө янында ҡарауыллап, көсләп машинаһына ултыртҡан да, Учалынан бер нисә йөҙ километр алыҫлыҡтағы тыуған яғына алып ҡайтып киткән.

Урланған ҡатындың хеҙмәттәштәре, ул эшкә килмәгәс, ғауға күтәргән, туғандары полицияға хәбәр иткән.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре машинаны республикабыҙҙың көньяҡ ҡалаларының береһендә тотоп алып, ҡатынды ҡотҡарғандар.

Судта ир үҙенең ғәйебен тулыһынса таный, һаманғаса ҡатынды өҙөлөп яратыуын белдерә.

Суд ирҙе енәйәт яуаплылығынан арындырып, уға 15 мең һум күләмендә штраф һалған. Был турала Учалы район судының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға