«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәнә лә "Нексия в деле"



18.07.2019 Йәнә лә "Нексия в деле"

Башҡортостанда йәнә бер "Дэу-Нексия" автомобиле юҡҡа сыҡҡан.

18 июль төнөндә бер ир иҫерек көйөнсә Баймаҡ ҡалаһының завод күпере кәртәһен емереп, машинаһын һыуға батырған. "Нексия" нисектер түңкәрелеп осоп, тулыһынса һыу төбөнә киткән.

Ярай водителгә бер нимә лә булмаған. Тик ул оҙаҡ ваҡытҡа таныҡлығынан ҡолаҡ ҡағасаҡ, штраф, кран, эвакуатор саҡыртҡан өсөн аҡса түләйәсәк. Бахыр "Нексия" ла башҡа эшкинмәҫ...





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға