«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бөрйәндә шәп йәйге мәктәп асыласаҡ



18.07.2019 Бөрйәндә шәп йәйге мәктәп асыласаҡ

Бөрйән районының "Ағиҙел" балалар һауыҡтырыу лагерында ижад мөмкинлектәрен асырға ярҙам итеүсе уҡыуҙар ойошторола.

Башҡорт асыҡ КВН лигаһы, БР Башлығы булышлығындағы Башҡорт йәштәре альянсы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы берлектә Йәйге КВН мәктәбен аса. Уҡыуҙар 23 - 26 июлдә буласаҡ.

Нимә теләйһең, шуны эшләйһең: йырлайһың, бейейһең, әләкләйһең, сәхнә маһирлығыңды күрһәтәһең... КВН-да барыһы ла мөмкин.

Мәктәп булғас, уҡытыусылары ла барҙыр, тиерһегеҙ. Әлбиттә, бар. Башҡортостандың тәжрибәле квн-сылары, Башҡорт асыҡ лигаһы еңеүселәре, ҡыҫҡаһы, шәп педагогтар.

Гел генә уҡып ултырмаясаҡ шаяртырға өйрәнеүселәр, уларға ярыштар, сәйәхәттәр, ҡыҙыҡлы осрашыуҙар ҙа буласаҡ.

Кем бара?





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға