«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Әбйәлил районының хәрби-диңгеҙ хеҙмәт ветерандары" ойошмаһы булдырылды



17.07.2019 "Әбйәлил районының хәрби-диңгеҙ хеҙмәт ветерандары" ойошмаһы булдырылды

Ошо көндәрҙә "Әбйәлил районының хәрби-диңгеҙ хеҙмәт ветерандары" ойошмаһы булдырылды.

Был ойошманың етәксеһе итеп бер тауыштан Бикбай Насирйәнов һайланған.
Бынан тыш райондағы "Төньяҡ флот" ветерандарын Морат Йәнбирҙин етәкләйәсәк, "Тымыҡ океан флоты"н - Артур Ишмырҙин, "Ҡара диңгеҙ флоты"н - Нурислам Кәримов, "Балтик флоты" ветерандарын - Динир Ғиниәтов.

Артур Ишмырҙин, Рәмил Шөғөров, Динир Ғиниәтов, Альберт Ғәбитов - подразделение етәкселәре итеп тә һайланған.

Диңгеҙҙә хеҙмәт иткән ир-егеттәр бынан ары 9 май һәм Хәрби-диңгеҙ флоты көнөндә парадта тельняшка һәм ҡара салбар кейеп ҡатнашасаҡ, кеше күп килһә, подразделениелар менән төҙөлөп атлаясаҡтар. Мәрхүм булған моряктарҙың туғандарын парадта ҡатнаштырыу мәсьәләһе лә ҡаралған.

Хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндәргә арналған һәйкәлгә конкурс иғлан итергә һөйләшеп килешкән Әбйәлил районының хәрби-диңгеҙ хеҙмәт ветерандары.





Автор: Баныу ҠАҺАРМАНОВА
Фото: Т.Аманов.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға